

Бөгөн Өфөлә МХО зонаһына журналист Винер Йыһаншинды оҙаттылар. Бөрө районының «Победа» гәзите баш мөхәррире илдең Оборона министрлығы менән контракт төҙөгән.
Һүҙҙәрҙе эш менән дәлилләргә ваҡыт. Шулай тип һөйләне «Башинформ» агентлығына Винер Йыһаншин.
– Был минең конституцион һәм кешелек бурысым. Бөгөн нацистар Курскиға үтеп инде, ә иртәгә минең өйөмә килерҙәр, уларҙы баҫырға кәрәк, – тине Винер Фларис улы. – Быға тиклем Бөрө егеттәренә, МХО яугирҙарына гуманитар ярҙам йыйҙым. Гәзиттәге «Патриот» рубрикаһында ла батыр яҡташтарыбыҙ хаҡында күп яҙҙым. Хәҙер үҙемә һүҙҙәрҙе эш менән дәлилләргә ваҡыт.
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.
18+ запрещено для детей.