Өфө хакимиәте махсус хәрби операцияла ҡатнашыу өсөн контракт төҙөгән граждандарға яңы ярҙам сараһын индерҙе.
Хәрби хеҙмәткәрҙәргә өҫтәмә ярҙам ҡала төҙөүселәре менән берлектә әҙерләнгән.
Өфө мэрияһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 2024 йылдың 1 ноябренән 31 декабренә тиклем контрактсылар ҡалала торлаҡты 500 мең һум ташлама менән һатып алыу мөмкинлегенә эйә.
Бының өсөн акцияла ҡатнашҡан төҙөүсегә мөрәжәғәт итергә һәм контрактты раҫлаған документ, шулай уҡ ташламаға купон килтерергә кәрәк. Уны Өфө райондары хакимиәттәрендә алырға мөмкин. Ярҙам сараһы килешеү 2024 йылдың 1 ноябренән 31 декабренә тиклем Өфө хәрби комиссариаттарының береһендә төҙөлгән осраҡта күрһәтелә.
Бынан алдараҡ «Башинформ» махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына 40 төр ярҙам сараһы тураһында яҙғайны.