Башҡортостанда 4 ноябрь – Халыҡтар берҙәмлеге көнө барлыҡ почта бүлексәләре өсөн ял булып тора, тип хәбәр иттеләр республика Федераль почта элемтәһе идаралығының матбуғат хеҙмәтенән.
2 ноябрҙә почта бүлексәләре эште бер сәғәткә алдараҡ тамамлай, ә 3 һәм 5 ноябрҙә клиенттарҙы ғәҙәттәгесә хеҙмәтләндерә.
«4 ноябрҙә почтальондар хаттар, гәзит-журналдар таратмай. Пенсия һәм пособиеларҙы улар Рәсәй Социаль фондының Башҡортостан бүлексәһе менән килешелгән график буйынса килтерә», — тип өҫтәнеләр республиканың Федераль почта элемтәһе идаралығында.
Башинформ яҙғанса, Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығында 2025 йылдағы ял һәм байрам көндәре тураһында хәбәр иттеләр. Киләһе йылда республика халҡын 121 ял көнө көтә.