29 октябрҙә Краснокама районының Николо-Березовка ауылында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға арналған һәйкәлгә тантаналы рәүештә нигеҙ ташы һалынды. Унда хәрби хәрәкәттәр ветерандары һәм һәләк булған геройҙарҙың туғандары ҡатнашты.
Район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика секторы мөдире Зәлиә Ғәлиева «Башинформ»ға хәбәр итеүенсә, һәйкәл ҡуйыу башланғысы менән муниципалитет башлығы Алексей Горбачёв сығыш яһаған.
– Быйыл яҙ район башлығы йәмәғәт ойошмалары менән бергә яугирҙәребеҙгә сираттағы гуманитар ярҙам алып барҙы. Кире ҡайтҡанда улар Волгоградта туҡтаны. Мамаев ҡурғанында махсус хәрби операция геройҙары өсөн һәйкәлгә нигеҙ ташын ҡаранылар. Сәфәрҙән ҡайтҡас, Алексей Александрович районда ошондай һәйкәл ҡуйырға ҡарар итте, – тип билдәләне Зәлиә Ғәлиева. – Мемориал Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында, локаль бәрелештәрҙә батырҙарса һәләк булғандарҙың күсәгилешлелеген символлаштыра. Һәйкәл яугирҙәребеҙ махсус хәрби операцияла еңеү яулағандан һуң ҡуйыла.
Бынан алдараҡ «Башинформ» Рәсәйҙә ветерандарға ярҙам өсөн 204 миллион һум аҡса йыйыуҙары тураһында хәбәр иткәйне.