Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+16 °С
05:52 (UTC+5), 29 Октября 2024

Радий Хәбиров халыҡ кәсептәре күргәҙмәһе менән танышты

Фото: Олег Яровиков
Азат Ғиззәтуллин

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров IV Халыҡ-ара этнотуризм форумы барышында Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында асылған халыҡ художество кәсептәре күргәҙмәһен ҡараны.

Радий Хәбиров «Кирач» ижади студияһы етәксеһе, Ауырғазы күп профилле колледжы уҡытыусыһы Зәки Нагаев менән аралашты. Республика етәксеһе килеп киткәндән аҙаҡ оҫтахана яңы кимәлгә күтәрелде, тип билдәләне ул. Башҡортостандың халыҡ оҫтаһы һүҙҙәренсә, уларҙың керамиканан эшләнгән фольклор әҫәрҙәре геройҙары һындарын, шулай уҡ республика тарихы һәм мәҙәниәте объекттарын хәҙер Ауырғазы районының ғына түгел, тотош республиканың туристик бренды тип атарға мөмкин. Хәҙер был изделиеларҙы республиканың байтаҡ визит-үҙәктәрендә һатып алырға мөмкин.

Башҡортостан Башлығы баш ҡалабыҙҙың 450 йыллығы уңайынан сығарылған «Өфөнө өйрән» балалар өҫтәл уйынын ҡараны. Авторҙар әйтеүенсә, бындай уйындарҙа милли-төбәк компоненты бар.

Радий Хәбиров күргәҙмәлә Архангел районы фермеры Андрей Алексеев тәҡдим иткән продукция менән танышты. Уның хужалығы үлән сәйҙәре, еләкле эслектәр, киптерелгән емеш-еләк етештереү менән шөғөлләнә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-10-28/radiy-habirov-posetil-vystavku-narodno-hudozhestvennyh-promyslov-3987403

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика