Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
+0.96
91.84
+1.05
62.51
+0.52
-8 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Октябрь 2024, 11:22

Республикабыҙ халҡы өсөн алты көнлөк эш аҙнаһы башланды

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы
Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

Башҡортостанда йәшәүселәр өсөн алты көнлөк эш аҙнаһы башланды. Дүшәмбе, 4 ноябрҙә, Халыҡтар берҙәмлеге көнө уңайынан шәмбе, 2 ноябрҙә, аҙнаһына биш көн эшләгәндәр өсөн эш көнө була.

Ял һәм байрам көндәрен маҡсатлы файҙаланыу өсөн шәмбе 2 ноябрҙәге ял көнө шишәмбе, 30 апрелгә, күсерелде. Шуға Башҡортостан халҡы май байрамдарында 28 апрелдән 1 майға тиклем ял итте.

2 ноябрҙә эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара. 4 ноябрҙә, байрам көнөндә, эшкә сыҡҡан осраҡта хеҙмәт хаҡы икеләтә түләнергә тейеш. Йыллыҡ түләүле отпуск алғанда ялдың календарь көндәре иҫәбенә индерелмәй, йәғни отпуск бер көнгә оҙайтыла.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-10-28/dlya-zhiteley-bashkirii-nachalas-shestidnevnaya-rabochaya-nedelya-3985999

Автор: Дарья Субботина
Читайте нас