Башҡортостанда ял көндәрендә болотло һауа торошо, ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы көтөлә, тип фаразлай Башгидрометүҙәк синоптиктары.
Бөгөн, 25 октябрҙә, бер аҙ ямғыр, ел көнбайыштан, көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ +3, +8°.
26 һәм 27 октябрҙә урыны менән бер аҙ ямғыр һәм епшек ҡар яуыуы мөмкин. Ел төньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Төндә температура -3, +2°, көндөҙ +1, +6°.