Шаршамбы, 15 Апрель 2026
|
Өфө
+10 °С
06:43 (UTC+5), 24 Октябрь 2024

Радий Хәбиров Башҡортостан мосолмандарының Диниә назаратына рухи ҡиммәттәрҙе һаҡлауы өсөн рәхмәт белдерҙе

Фото: Олег Яровиков
Азат Ғиззәтуллин

Бөгөн, 24 октябрҙә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика мосолмандары Диниә назаратының IX съезы эшендә ҡатнашты.

«Рәсәй – миллионлаған мосолман өсөн тыуған йорт. Беҙҙең илдә православие менән бергә ислам – дәүләтте барлыҡҡа килтереүсе дин. Республикабыҙҙа бөгөн ике миллиондан ашыу мосолман йәшәй. Башҡортостанда ислам динен тотоусылар быуаттар буйына күп милләтле илебеҙҙең ҡеүәтен нығытыуға, уның мәнфәғәттәрен яҡлауға тос өлөш индерә.

Республикабыҙ мосолмандары Диниә назаратының быуаттан ашыу тарихы бар. Бөгөн унда 856 ойошма иҫәпләнә һәм илдәге иң ҙур ойошмаларҙың береһе булып тора. Башҡортостан мосолман өммәһенең эшмәкәрлеге исламдың күп быуатлыҡ традицияларын, халыҡтар дуҫлығын нығытыуға, йәш быуынды тәрбиәләүгә йүнәлтелгән.

Рухи лидерҙарыбыҙ ил етәкселегенең тарихи ҡарарҙарын яҡлай, республиканың йәмәғәт проекттарында әүҙем ҡатнаша.

Башҡа традицион конфессия вәкилдәре менән бергә һеҙ экстремизм һәм ксенофобия идеяларына, классик исламға ят булған дини ағымдарға ҡаршы тораһығыҙ. Барығыҙға ла традицион ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлауға, йәштәргә патриотик тәрбиә биреүгә лайыҡлы өлөш индергәнегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм.

Һеҙҙең тырышлыҡ менән бөгөн мәсеттәр ауылдарҙың һәм ҡалаларҙың рухи остаздың абруйлы һүҙе яңғыраған йәмәғәт тормошо үҙәктәренең береһенә әүерелде. Һеҙҙең ихлас вәғәздәрегеҙ йәмғиәтебеҙҙе әхлаҡи яҡтан һауыҡтырыуға булышлыҡ итә», – тине Радий Хәбиров.

«Әр-Рәхим» мәсетендә төҙөлөш эштәре бара, ул Өфөнөң биҙәге һәм ғорурлығы булырға тейеш, тип билдәләне республика етәксеһе

«Ошонда, һеҙҙең алда тағы бер тапҡыр әйтәм – беҙ уны мотлаҡ төҙөп бөтөрбөҙ. Бының өсөн бөгөн бөтә шарттар булдырылған, тейешле ҡарарҙар ҡабул ителгән.

Диниә назараты алдында дини белем биреүҙе артабан үҫтереү, мосолман ойошмаларын нығытыу, уларҙы яҡшы әҙерлекле дин әһелдәре, ысын патриоттар менән тәьмин итеү бурыстары тора. Был йәһәттән һеҙгә мотлаҡ ярҙам итербеҙ.

Махсус хәрби операция биләмәһендәге яҡташтарыбыҙ, Донбастың тыныс халҡы өсөн гуманитар ярҙам йыйыуҙа әүҙем ҡатнашыуығыҙ өсөн рәхмәт.

Барығыҙға ла изгелек, тыныслыҡ һәм именлек теләйем», – тине республика етәксеһе.

Ул шулай уҡ бер нисә мәсеттең имам-хатибына Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-10-24/radiy-habirov-poblagodaril-dum-bashkirii-za-sohranenie-duhovnyh-tsennostey-3981293

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Электрон почта
inf@bashinform.ru
Адресы
450077, Уфа, Кирова, 45
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Ҡабул итеү бүлмәһе
(347) 250-05-07
Хеҙмәттәшлек
(347) 250-06-14
Кадрҙар бүлеге
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика