Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-19 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Октябрь 2024, 15:56

Өфөнән өҫтәмә халыҡ-ара авиарейстар асыла

«Өфө аэропортының телеграм-каналы
Фото: «Өфө аэропортының телеграм-каналы

Өфө аэропорты «Азимут» авиакомпанияһының халыҡ-ара рейстарҙы арттырыуы тураһында хәбәр итә. Бер юлы өс халыҡ-ара йүнәлештә - Сәмәрҡәнд, Ереван һәм Тбилисиға осош программаһы киңәйтелә.

28 октябрҙән Өфөнән Сәмәрҡәндкә дүшәмбе һәм йома көндәрендә рейстар асыла. 29 октябрҙән башлап һәр шишәмбе Ереванға һәм Тбилисиға өҫтәмә осоштар планлаштырыла. Шулай уҡ шәмбе – Ереванға, йома Тбилисиға рейстар ҙа ғәмәлдә ҡала.

Авиакомпания Әстрхан, Һарытау, Красноярск, Минеральные Воды һәм Омск ҡалаларына даими рейстар ҙа башҡара.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-10-24/iz-ufy-zapustyat-dopolnitelnye-mezhdunarodnye-aviareysy-3981959

Автор: Роман Якимчук
Читайте нас