Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
+0.96
91.84
+1.05
62.51
+0.52
-12 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Октябрь 2024, 10:11

Республикала ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы көтөлә

Башгидромет синоптиктары алдағы көндәргә һауа торошо тураһында хәбәр итте.

Бөгөн, 24 октябрҙә, ваҡыты менән ямғыр яуыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан, йүнәлешен төньяҡ-көнбайышҡа үҙгәртеп талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ +4, +9°.

Йома, 25 октябрҙә, йәнә бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал. Урыны менән ҡар ҡатыш. Ел көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -2, +3°, көндөҙ +2, +7 °.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-10-24/v-bashkirii-ozhidaetsya-dozhd-so-snegom-3981135

Автор: Ләйсән Закирова
Читайте нас