Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-26 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Октябрь 2024, 14:55

Алғы һыҙыҡтың һалҡын еле: Яҡташыбыҙ Курск халҡына һәм яугирҙарға нисек ярҙам итеүе хаҡында һөйләне

Республикабыҙ йәштәренең бер төркөмө гуманитар миссия менән Курск өлкәһенә юлланды. Улар нисек яугирҙарға һәм халыҡҡа ярҙам итә, ниндәй ауырлыҡтарға осраған? Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының Башҡортостан бүлексәһе координаторы Рөстәм Сәләхетдинов «Башинформ» журналисына ошо хаҡта һөйләне.

«Кисә яралалыларҙы эвакуацияланыҡ. Кемдер ҡулһыҙ ҡалған, бәғзеһенең аяғы яраланған, ҡайһыһының күҙе йәрәхәтләнгән... Алғы һыҙыҡтың һалҡын елен шундай тойҙом. Беҙҙең ярҙам бында ныҡ мөһим», – тип яҙҙы Курскиҙағы эше хаҡында Рөстәм Сәләхетдинов.

«Беҙҙең бурыс – кешеләргә ярҙам итеү»

– Августа украиндар Курск өлкәһенә һөжүм иткән ваҡытта беҙ Воронежда «Рубеж» форумында инек. Сараны алдан тамамларға мәжбүр булдыҡ. Мин ошо уҡ айҙа Курскиға юлландым. Халыҡҡа ҡулдан килгәнсә ярҙам иттек: ашаттыҡ, кейемдәр бирҙек, күсенергә ярҙамлаштыҡ, – ти ирекмән. – Әле хәрби госпиталдәрҙең, гуманитар штабтарҙың эшен ойошторорға ярҙам итәбеҙ.

Рөстәм әйтеүенсә, Өфө студенттары хәрби хәрәкәттәр барған урындан 100-120 саҡрым алыҫлыҡта ғына эшләй. Күбеһе МХО-ла ҡатнашҡан яҡындарына ярҙам итеү өсөн, ә ҡайһылары күңел ҡушыуы буйынса килгән.

– Барыһы ла ҡайҙа килгәнен аңлай, бер кем дә ҡурҡып торманы. Яҡындарыбыҙ телевизорҙан ҡарап борсола, әммә беҙҙең бурыс шул – кешеләргә ярҙам итеү, – тип һөйләй Рөстәм.

Ирекмән – ирекле ярҙамсы

– Ҡайҙа ниндәй ярҙам кәрәк, шунда эшләйбеҙ. Мәҫәлән, тәүге көндәрҙә ике тәүлек буйы 15 тонналыҡ фураларҙы бушаттыҡ. Уларҙы ҡапсыҡтарға бүлеп, халыҡҡа таратабыҙ. Хәүефле урындарға ирекмәндәр хәрбиҙәр менән бергә бара. Кешеләрҙең ҡыуаныслы йөҙөн күреү – беҙҙең өсөн иң ҡиммәтлеһе. Халыҡ рәхмәт әйтә. Ирекмәндәрҙең береһенең ире, Курск эшҡыуары килеп беҙҙе пицца менән һыйланы, – тип дауам итә ирекмән. – Бер нисә көн рәттән госпиталдә эшләйем. Алғы һыҙыҡтан яралыларҙы ҡабул итәбеҙ, ярҙам күрһәтәбеҙ, операцияға әҙерләйбеҙ. Һуңынан палатаға илтеп ҡуябыҙ. Беҙҙең яугирҙарҙың һынауҙарҙы нисек күтәреүен күрһәгеҙ ине. Беҙ ҙә уларға терәк булырға тырышабыҙ. Яралылар менән донъя хәлдәре хаҡында һөйләшәбеҙ.

Ирекмән үҙенең иптәштәре өсөн дә борсола. Уның әйтеүенсә, ирекмәндәргә ҡатмарлы шарттарҙа ауыр эш башҡарырға тура килә.

–  Беҙ егеттәргә-ҡыҙҙарға ял бирергә тырышабыҙ. Беҙҙең менән Смоленск өлкәһенән һәм Мари Иле республикаһынан ирекмәндәр эшләй. Ҡырҡтан ашыу кешебеҙ. Арабыҙҙа МХО ветерандары ла бар. Уларҙы тикшереү пункттарына һаҡҡа ҡуялар, –  ти Рөстәм.

Егет республикаға ҡайтҡас йәштәр менән осрашырға һәм уларға ирекмәндәрҙең Курскиҙағы эше хаҡында һөйләргә планлаштыра.

«Мариуполь халҡына ла ярҙам иттем»

Был Рөстәм Сәләхетдиновтың иҫәбендә дүртенсе гуманитар миссия. Ул ирекмәнлек эшенән тыш, кандидатлыҡ диссертацияһы яҙырға ла өлгөрә. Киләсәктә ғалим булырға һәм, әлбиттә, кешеләргә ярҙам итергә, еңеүҙе яҡынайтырға теләй.

– Уҙған йылдың декабрендә Мариуполь халҡына йорттарын тергеҙергә ярҙамлаштым. Дондағы Ростовта гуманитар ылау йыйып, Луганскиға яугирҙарға оҙаттыҡ. Ә Орск ҡалаһында логистик үҙәк булдырҙыҡ, һыу баҫыуҙан зыян күреүселәргә ярҙам ташыныҡ, – тип командировкаларын иҫкә алды ирекмән. – Әлеге эш сәфәрендә иң иҫтә ҡалғаны шул булғандыр: госпиталдә бер яугир әсәһенә иҫән икәнлеген хәбәр итеү өсөн телефонымды һорап торҙо. Тағы бер аҙҙан ҡатынына имен-һау ҡайтырға вәғәҙә бирҙе. Шундай мәлдәрҙә үҙеңдең эшеңдең ни тиклем мөһим икәнлеген аңлайһың...

Автор: Инсаф Хужабирганов
Читайте нас