Абхазия Президенты Аслан Бжания Өфөнән Абхазияға тура авиарейстар асырға тәҡдим итте. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 21 октябрҙә республика хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә Транспорт министрлығына ошо мәсьәләне өйрәнергә ҡушты.
«Быны ҡулдан ысҡындырмаҫҡа кәрәк. Эште башлағыҙ. Был тәҡдим һигеҙ ҡалаға, шул иҫәптән Өфөгә ҡағыла. Беҙҙең бурыс — унда осоу өсөн авиакомпания табыу. Абхазияға тура авиарейс асыу мөмкинлеген юғалтырға ярамай», — тип билдәләне Радий Хәбиров.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, Өфөлә Республика көнө алдынан Абхазия Президенты Аслан Бжания, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Донецк Халыҡ Республикаһы Башлығы Денис Пушилин Дуҫлыҡ монументы эргәһендәге Ағиҙел буйында колоннаданы асыу тантанаһында ҡатнашты. Өфөлә Башҡортостан һәм Абхазия дуҫлығы хөрмәтенә колоннадаға нигеҙ ташы 2023 йылдың 11 октябрендә һалынды.