Рәсәй Президенты Владимир Путин, Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөлә эш программаһы тамамланғас, өфөләр менән аралашыу өсөн урамға сыҡты. Кешеләр бер-береһен бүлдерә-бүлдерә президентҡа республикалағы ыңғай үҙгәрештәр хаҡында һөйләне һәм яҡындарынан сәләм еткерҙе. РЕН-ТВ телеканалы импровизацияланған осрашыуҙы видеоға төшөргән.
«Рәхмәт һеҙгә! Һеҙҙә шәп социаль объекттар төҙөлгән. Ошондай спорт объекттарын күреү бик ҡыуаныслы», – тине президент.
Рәсәй Президенты Өфөлә Көрәш һарайында һәм Фехтование үҙәгендә булды, Физик культураны һәм спортты үҫтереү буйынса совет ултырышын үткәрҙе, унда күмәк спортты үҫтереүҙең мөһимлеген билдәләне һәм ишле ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балалар өсөн күнекмәләрҙе бушлай ойошторорға саҡырҙы.
Президент Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән осрашыу ваҡытында республика сәнәғәте үҫешен баһаланы.
https://www.bashinform.ru/news/social/2024-10-18/v-ufe-putin-poobschalsya-s-zhitelyami-3973423