Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-3 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Октябрь 2024, 11:13

Баш ҡалабыҙҙа биш ғаилә алтын туйҙарын билдәләне

Башҡортостандың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты
Фото: Башҡортостандың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты

Өфөлә Ленин районының ЗАГС бүлегендә 50 йыл бергә ғүмер кисергән ғаиләләрҙе тәбрикләү тантанаһы үтте. Башҡортостан Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Наталья һәм Борис Комаровтар, Рәмзиә һәм Фәнис Йәнгировтар, Татьяна һәм Александр Шабалиндар, Гәүһәриә һәм Дамир Хановтар, Ирина һәм Сергей Чуйкиндар тормош ҡороуҙарына ярты быуат тулыуҙы билдәләне.

Юбилярҙар ауырлыҡтарҙы нисек еңеп сығыуҙары һәм уңыштарға шатланыуҙары хаҡында һөйләне. Уларҙың балалары һәм ейән-ейәнсәрҙәре лә бәхетле мәлдәрҙе уртаҡлашырға, рәхмәт һүҙҙәрен әйтергә килгәйне.

Тантана барышында юбилярҙарға Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров исеменән иҫтәлекле бүләктәр һәм ҡотлауҙар тапшырылды. Әҙеһәм Исҡужин исемендәге 9-сы балалар музыка мәктәбе уҡытыусыларының сығышы байрамды тағы ла йәмләне.

«Башинформ» Башҡортостанда нисә йәштә йышыраҡ ғаилә ҡороуҙары тураһында ла хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-10-18/v-ufe-pyat-supruzheskih-par-otmetili-zolotuyu-svadbu-3972282

Автор: Ксения Калинина
Читайте нас