Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
+0.96
91.84
+1.05
62.51
+0.52
-8 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Октябрь 2024, 10:19

Башҡортостан мәктәптәрендә көҙгө каникул көндәре билдәле булды

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы
Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

Башҡортостанда көҙгө каникул 26 октябрҙә башлана. 5 ноябрҙә балалар йәнә мәктәпкә бара, тип хәбәр итте республиканың мәғариф һәм министры вазифаһын башҡарыусы Илдар Мәүлитбирҙин.

«Был ваҡытта күп балалар буш ваҡытын өйҙән һәм мәктәптән ситтә үткәрә. Әммә уларҙың именлеге барыбыҙ өсөн дә өҫтөнлөклө бурыс булып ҡалырға тейеш, — тип билдәләне Илдар Мәүлитбирҙин. — Ошо осорҙа хәүефһеҙлек мәсьәләләренә ҙур иғтибар бирегеҙ. Балаларға урамда үҙ-үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен, хәүеф-хәтәрҙән нисек ҡасырға һәм ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә нимә эшләргә кәрәклеген иҫкә төшөрөү мөһим».

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-10-15/stali-izvestny-daty-osennih-kanikul-v-shkolah-bashkirii-3968524

Автор: Ләйлә Аралбаева
Читайте нас