

Рәсәй һәм Америка спортсыһы, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаты Джефф Монсон Өфөнөң Туҡай урамындағы мәсетендә һөйгәне менән никах уҡытҡан.
«Коллегабыҙ, депутат Джефф Монсон мосолман йолаһы буйынса һөйгән йәре Екатеринаға өйләнде», — тип хәбәр итте Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаты Рөстәм Әхмәҙинуров.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Башинформ» Джефф Монсондың Мәскәүҙә Ҡорбан байрамы уңайынан ойошторолған тантаналы ҡабул итеү ваҡытында ислам диненә күсеүе тураһында хәбәр иткәйне.
Билдәле булыуынса, туйҙы улар 2025 йылдың яҙында үткәрергә уйлай.
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.
18+ запрещено для детей.