Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-6 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Октябрь 2024, 11:24

Башҡортостанда Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаттары иғлан ителде

Валерий Шахов
Фото: Валерий Шахов

Башҡортостанда 2024 йыл өсөн Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге журналистар премияһы лауреаттары билдәле булды. Тейешле бойороҡҡа хөкүмәт премьер-министры вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров ҡул ҡуйған, тип хәбәр итә «Башинформ».

Бына улар лауреаттар:

- «Ашҡаҙар» гәзитенең баш мөхәррире Рәмил Мансуров, махсус хәрби операция геройҙары тураһында мәҡәләләр циклы өсөн;

- «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының махсус хәбәрсеһе Роман Якимчук, ижтимағи-сәйәси, социаль-иҡтисади тематикаға материалдар өсөн;

- «Башҡортостан» телекомпанияһы журналистары коллективы Ләйлә Владимирова, Виталий Ермаков, Марс Камалетдинов, Дмитрий Каретко, Альбина Ҡасимханова, Нурислам Хәйриев, Айҙар Шәрипов, «Башҡортостан каникулдары» проекты өсөн.

Бынан алдараҡ Башинформ 2024 йылдан Башҡортостан Хөкүмәтенең журналистар өсөн премияһын биш тапҡырға арттырыуҙары тураһында хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-10-15/v-bashkirii-nazvali-laureatov-premii-im-shagita-hudayberdina-za-2024-god-3967704

Автор: Әлфиә Әһлиуллина
Читайте нас