Башҡортостанда яҡшы һауа торошо көтөлә. Синоптиктар фаразынса, дүшәмбе, 14 октябрҙә, яуым-төшөм булмай. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә -6,-11°, көндөҙ +7,+12°.
Шишәмбе, 15 октябрҙә, шулай уҡ яуым-төшөмһөҙ. Ел көньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә -2, -7°, урыны менән -13° тиклем, көндөҙ +6,+11°.
Шаршамбы, 16 октябрҙә, яуым-төшөмһөҙ. Ел көньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә -2, -7°, урыны менән -13° тиклем, көндөҙ +6,+11°.