Республика көнөн билдәләү айҡанлы был аҙнала Башҡортостан поликлиникалары эш графигын үҙгәртә. Йома, 11 октябрҙә, поликлиникалар шәмбе графигы буйынса иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 5-кә тиклем эшләй.
«Медицина ойошмаларында халыҡты стационар дауалау, шулай уҡ ваҡытында ашығыс һәм планлы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн өсөн резерв урындар ҡарала», — тип хәбәр иттеләр республика һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.