

Башҡортостан аграрийҙары баҫыуҙарҙан өс миллион тонна иген йыйып алған, был иһә иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары майҙандарының 95%. Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә ошо хаҡта яҙа.
Хәҙер белгестәр көнбағыш йыйыуға төшкән һәм шәкәр сөгөлдөрө майҙандарының өстән ике өлөшөн ҡаҙып алған, тип өҫтәне республика етәксеһе.
«Быйыл һауа торошо ҡатмарлы. Июль һәм август айҙарында ҡойма ямғыр яуғас, беҙ 54 районда ғәҙәттән тыш хәл режимын иғлан итергә мәжбүр булдыҡ. Хәҙер хәл тотороҡланды. Беҙҙең игенселәр гектарынан 21,7 центнер йыя — уңыш былтырғыға ҡарағанда юғарыраҡ. Аграрийҙарға хеҙмәте өсөн рәхмәт белдерәм», — тип билдәләне Хәбиров.
Башҡортостан Башлығы 5 йыл эсендә республиканың 56 миллиард һумға 16 мең берәмек ауыл хужалығы техникаһы һатып алыуын әйтте.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан делегацияһы 9-12 октябрҙә илдең «Алтын көҙ» агросәнәғәт күргәҙмәһендә ҡатнаша.
https://www.bashinform.ru/news/social/2024-10-08/v-bashkirii-sobrano-3-mln-tonn-zerna-3960211
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.
18+ запрещено для детей.