Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
+0.96
91.84
+1.05
62.51
+0.52
-7 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Октябрь 2024, 14:16

Баш ҡалала Шаҡша күпере тулыһынса ябыла

Өфө ҡалаһы хакимиәте
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте

20 октябрҙән 21 ноябргә тиклем Өфөнөң Шаҡша күперендә транспорт хәрәкәте ябыла, тип хәбәр иттеләр мэрияла. Был төҙөлөш-монтаж эштәрен башҡарғанда күпер конструкцияларының тирбәлеүенә юл ҡуймау өсөн кәрәк.

Схемала «Һалле ҡалаһы исемендәге урам» туҡталышынан шәхси транспортта йөрөү варианттары күрһәтелгән.

«Шуға күрә өфөләрҙе ошо сикләүҙәрҙе аңлап ҡабул итеүҙәрен һәм маршруттарын алдан планлаштырыуҙарын һорайбыҙ. Сөнки шунһыҙ ремонтты сифатлы һәм ваҡытында башҡарыу мөмкин түгел. Ремонттан һуң күпер ваҡыты 50 йыл хеҙмәт итер тип көтөлә», — тип иҫкә төшөрҙөләр Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтендә.

Күперҙе капиталь төҙөкләндереү эштәре «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проекты сиктәрендә алып барыла.

https://www.bashinform.ru/news/nacproject/2024-10-07/v-ufe-na-mesyats-polnostyu-zakroyut-shakshinskiy-most-3958056

Автор: Элина Әхмәтова
Читайте нас