Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-26 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Октябрь 2024, 16:00

Республика буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ғәҙәттән тыш янғын хәүефе тураһында иҫкәртә

Ксения Калинина
Фото: Ксения Калинина

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәбәр итеүенсә, республикала хәүефле метеорологик күренештәр фаразлана. Көньяҡтағы ҡайһы бер райондарҙа 5 октябрҙә ғәҙәттән тыш янғын хәүефе көтөлә. Иртәгә аяҙлы-болотло була. Яуым-төшөмһөҙ, көндөҙ төньяҡ райондарҙа бер аҙ ямғыр. Ел төндә көньяҡ-көнсығыштан талғын, көндөҙ көньяҡ-көнбайыштан, тиҙелеге секундына 5-10 метр. Һауа температураһы төндә -1, -6°, урыны менән +1, +6°, көндөҙ  +12, +17°. Автомобиль юлдарында күреү мөмкинлеге яҡшы.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-10-04/mchs-po-bashkirii-preduprezhdaet-o-chrezvychaynoy-pozharoopasnosti-3956152

Автор: Ксения Калинина
Читайте нас