Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+16 °С
07:02 (UTC+5), 04 Октября 2024

Башҡортостан һәм Үзбәкстан колледждары хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө

Фото: Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте
Роман Якимчук

Башҡортостан һәм Ҡарағалпаҡстан (Үзбәкстандағы республика) колледждары етәкселәре урта һөнәри белем биреү өлкәһендә хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Башҡортостан белем биреү учреждениелары делегацияһының дуҫтарса мөнәсәбәттәге республикаға сәфәре барышында ошо хаҡта һөйләшеп килешелде. Был турала Башҡортостан хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Республикабыҙҙың урта һөнәри белем биреү учреждениелары халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте әүҙем үҫтерә. Башҡортостан колледждары Белоруссия, Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстан, Абхазия, Үҙбәкстандың уҡыу ойошмалары менән партнерлыҡ тураһында 20 килешеү төҙөгән. Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры вазифаһын башҡарыусы Илдар Мәүлетбирҙин һүҙҙәренсә, был белем биреү сифатын тәьмин итеүҙең мөһим механизмы булып тора.

Ҡул ҡуйылған килешеү сығарылыш уҡыусыларының профессиональ компетенцияһын күтәреүҙе, бергәләп белем биреү программаларын әҙерләүҙе һәм тормошҡа ашырыуҙы, уҡытыусылар һәм студенттар өсөн стажировкалар ойоштороуҙы күҙ уңында тота. Сәфәр барышында Башҡортостан делегацияһы Ҡарағалпаҡстан дәүләт университетында һәм бер нисә сәнәғәт объектында булды.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-10-04/kolledzhi-bashkirii-i-uzbekistana-podpisali-soglashenie-o-sotrudnichestve-3955422

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика