Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+10 °С
11:51 (UTC+5), 03 Октября 2024

Өфөлә самокатсыларға зыяраттарҙа һәм сәнәғәт зоналарында йөрөү тыйылды

Фото: Валерий Шахов
Ксения Калинина

Өфөлә ике кикшеринг компанияһының 3,5 мең электр самокаты иҫәпләнә. Был хаҡта 3 октябрҙә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышында квадроциклдарҙы, питбайктарҙы һәм шәхси хәрәкәт итеү сараларын файҙаланғанда хәүефһеҙлекте тәьмин итеү темаһына арналған түңәрәк өҫтәлдә Өфө хакимиәтенең транспорт һәм элемтә идаралығы етәксеһе Илдар Сәлихов белдерҙе.

«Граждандарҙың ғүмерен һәм һаулығын хәүеф аҫтына ҡуймаҫ өсөн самокатта йөрөү тыйылған биләмәләр билдәләнде. Улар — сәнәғәт зоналары, зыяраттар, парктар, скверҙар, йәмәғәт биләмәләре, балалар майҙансыҡтары. Яҡутов исемендәге паркты прокуратура менән берлектә самокат өсөн яптыҡ, махсус билдәләр ҡуйылды», —  тип хәбәр итте Илдар Сәлихов.

Шулай уҡ ҡалала тиҙлекте сикләү индерелде, тип өҫтәне ул. Юл ситендә урынлашҡан 32-гә яҡын белем биреү учреждениеһы янында тиҙлекте сәғәтенә 15 километрҙан арттырмаҫҡа кәрәк. Был сикләү уҡыу процесы осоронда ғәмәлдә ҡала. 127 урам киҫелешендә — сәғәтенә 5 саҡрымдан, тағы 22 урам киҫелешендә 10-15 саҡрымдан арттырырға ярамай.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-10-03/v-ufe-elektrosamokatchikam-zapretili-ezdit-na-kladbischah-i-v-promzonah-3954560

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика