Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+10 °С
10:11 (UTC+5), 02 Октября 2024

Республикабыҙҙан дүрт проектҡа «Агротуризм» программаһы буйынса федераль гранттар тапшырыла

Фото: Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәре
Роман Якимчук

Башҡортостан күпселек федераль программаларҙа ҡатнашырға тырыша, был иһә төбәккә өҫтәмә аҡса йәлеп итә һәм республика һәм урындағы проекттар менән бергә эшҡыуарҙарға үҫешергә, йәшәү сифатын яҡшыртырға мөмкинлек бирә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ошо турала хәбәр итә. 2025 йылда республикабыҙҙан 4 фермерға «Агротуризм» программаһы буйынса федераль гранттар тапшырыла, тип өҫтәне ул. Конкурс еңеүселәрен Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы комиссияһы билдәләгән.

Бына ул проекттар:

– «Шәп урын», фермер Русалина Шакирова, Борай районы;

– «Йола – башҡорт традициялары», фермер хужалығы етәксеһе Дамир Иҙиәтуллин, Шишмә районы;

– «Башҡортостан төпкөлөнән», фермер Линар Сөләймәнов, Ғафури районы;

– «Ҡәнифә юлы», фермер Айбулат Раҡаев, Баймаҡ районы.

Дөйөм алғанда, республика вәкилдәре 36,7 миллион һум отҡан. 2023 йылда был сумма 22,7 миллион һум тәшкил иткән, ул ваҡытта ла дүрт проект еңеү яулаған. Грант конкурсының шарттарына ярашлы, унда ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәр – микро- һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттары (шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙан тыш) ҡатнаша ала. Гранттың суммаһы – 3-10 миллион һум, ул фермерҙың үҙ проекты өсөн тотонорға йыйынған аҡса күләменә бәйле.

«Агротуризм – беҙҙең өсөн бик мөһим һәм перспективалы йүнәлеш. Башҡортостанда республикабыҙ ҡунаҡтарын йәлеп итерҙәй ауыл биләмәләре байтаҡ. Төбәктең ҡеүәте ҙур, ә фермерҙарҙың уны бойомға ашырыу буйынса креатив идеялары күп», – тип яҙҙы Радий Хәбиров.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-10-02/chetyre-proekta-iz-bashkirii-poluchat-federalnye-granty-po-programme-agroturizm-3953363

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика