Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
+0.96
91.84
+1.05
62.51
+0.52
-12 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Сентябрь 2024, 12:40

Башҡортостан менән Ҡырғыҙстан араһында тауар әйләнеше 98% экспорттан тора

Башҡортостан хөкүмәте
Фото: Башҡортостан хөкүмәте

Башҡортостандың Ҡырғыҙстан менән дөйөм тауар әйләнеше 2024 йылдың 7 айы йомғаҡтары буйынса 98% республика экспортынан тора, тип хәбәр итте республиканың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры вазифаһын башҡарыусы Маргарита Болычева Ҡырғыҙстандың «Саясат. kg» порталының  баш мөхәррире Нурғазы Анарҡолов менән осрашыуҙа.

Экспорт эшмәкәрлеге «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проекты сиктәрендә алып барыла.

«Башҡортостан тауарҙары араһында Ҡырғыҙстанда яғыулыҡ-энергетика комплексы һәм химия сәнәғәте продукттары, ағас, металдар һәм уларҙан эшләнгән изделиелар, шулай уҡ аҙыҡ-түлек тауарҙары һәм сеймал айырыуса ҙур һорау менән файҙаланды. Ике республика ла дуҫлыҡ, мәҙәни, гуманитар, ғилми һәм белем биреү йүнәлештәрен үҫтереү менән ҡыҙыҡһына. Әйтәйек, 2023-2024 йылдарҙа Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарында 254 ҡырғыҙ студенты уҡый», — тип билдәләне Болычева.

Нурғазы Анарҡолов һүҙҙәренсә, портал редакцияһы Ҡырғыҙстан журналистары һәм блогерҙарының Өфөгә Халыҡ-ара бизнес аҙналығына килеү мөмкинлеген ҡарарға әҙер.

Бынан алдараҡ Башҡортостандың Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәренә экспорты 78% ашыу тәшкил итеүе билдәле булды.

https://www.bashinform.ru/news/nacproject/2024-09-27/tovarooborot-mezhdu-bashkiriey-i-kirgiziey-na-98-sostoit-iz-eksporta-3947172

Автор: Иван Вавилов
Читайте нас