

11 ноябрҙән Azur Air авиакомпанияһы Рәсәйҙең эре туроператорҙары менән бергә «Өфө» аэропортынан Пхукетҡа осош программаһын аса. Был йүнәлештә рейстарҙы 336 пассажир өсөн иҫәпләнгән Boeing 767-300 самолеттары башҡара. Юлға 8 сәғәт 30 минут ваҡыт китә.
Бынан тыш, авиакомпания 14 ноябрҙән Паттайя курортына (Утапао аэропорты) чартер рейстарын асырға йыйына.
Өфө аэропортының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 2025 йылдың 17 ғинуарынан Red Wings авиакомпанияһы Өфө — Пхукет — Өфө маршруты буйынса чартер рейстарын башҡарырға планлаштыра.
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.
18+ запрещено для детей.