

14-35 йәшлек блогерҙар һәм журналистар «Шум» Бөтә Рәсәй медиапремияһында ҡатнаша ала, тип хәбәр итте Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Вито Сабиров Республика менән идара итеү үҙәгенән «Сәләм» тапшырыуының тура эфирында.
Ғаризалар 25 октябргә тиклем һылтанма буйынса ҡабул ителә. Финалсыларҙы иҫтәлекле бүләктәр көтә, ә еңеүсегә 750 мең һум аҡса тапшырыла. Бүләкләү тантанаһы 6 декабрҙә Мәскәүҙә була.
«Премияға медиаконтент менән ҡыҙыҡһынған, SMM йүнәлеше менән шөғөлләнгән йәштәр — блогерҙар, журналистар, СММ-белгестәр һәм башҡалар дәғүә итергә мөмкин», — тине Сабиров.
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.
18+ запрещено для детей.