10:31 (UTC+5), 24 Сентября 2024

Өфө автобустарында QR-код буйынса түләргә мөмкин

Элина Әхмәтова

10 октябрҙән «Башавтотранс» автобустарында QR-код буйынса түләргә мөмкин. Был хаҡта предприятиела үткән матбуғат конференцияһында белдерҙеләр.

Салонда QR-код яҙылған табличкалар ҡуйыла. Уны кондукторҙан да алырға була. Юл хаҡын түләгәндән һуң смартфонда электрон билет күренә.

Пассажирҙар түләү өсөн банк ҡушымтаһы менән файҙаланырға мөмкин, шулай уҡ СБПэй ҡушымтаһы бик уңайлы, тип билдәләне Милли түләү карталары системаһының сервистарҙы үҫтереү буйынса директоры Марина Точилова.
10 декабрҙән 31 декабргә тиклем пассажирҙарға QR -код менән түләгән һайын 13 һум ташлама яһала.

«Алға» картаһы һәм код буйынса түләү — төрлө сервистар, тип билдәләнеләр презентацияла. Пассажир теге йәки был ысулды һайлай ала. Мәҫәлән, «Бәхетле сәғәт» хеҙмәте менән ҡулланған осраҡта транспорт картаһы отошлораҡ. Бынан тыш, «Алға» икенсе транспортҡа (ҡала яны электричкаһынан ҡала автобусына) күсеп ултырғанда ла ғәмәлдә ҡала.

«Ҡулаҡсаһыҙ түләү —  халыҡ өсөн дә, транспорт системаһы өсөн дә уңайлы, — тип билдәләне Башҡортостандың социаль карталар регистры етәксеһе Олег Романов. —  QR-код буйынса түләү махсус инфраструктура — терминалдар, балансты тулыландырыу пункттарын булдырыуҙы талап итмәй. Был сервисҡа сығымдар банк эквайрингына ҡарағанда күпкә аҙыраҡ. QR-код менән һыу транспортында ла, канат юлында ла түләргә мөмкин».

Әлегә QR-кодтарҙы Өфө маршруттарында һынап ҡарау һәм һуңынан тотош республикала индереү планлаштырыла, тип хәбәр итте спикерҙар.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-09-24/v-avtobusah-ufy-poyavitsya-oplata-po-qr-kodam-3943087

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Телефон
(347) 250-05-07
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика