Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров балалар баҡсалары тәрбиәселәре өсөн гранттар һанын арттырҙы. «Башҡортостандың мәктәпкәсә белем биреү программаларын тормошҡа ашырыусы мәғариф ойошмаларында эшләгән йәш уҡытыусыларға Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары тураһында» указға индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы, йыллыҡ гранттар 50-нән 75-кә тиклем арттырылды.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бер гранттың суммаһы — 575 мең һум.
«2024 йылдан башлап йыл һайын 75 йәш тәрбиәсегә Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты тапшырыла. Быйыл 50 грант бирелде, йыл аҙағына тиклем тағы ла 25-ен тапшырыу күҙаллана», — тип белдерҙеләр Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Республика Башлығы грантын алған балалар баҡсалары хеҙмәткәрҙәре тураһында бында белергә мөмкин.
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.
18+ запрещено для детей.