Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+17 °С
06:52 (UTC+5), 17 Сентября 2024

Башҡортостандан туған тел уҡытыусылары Рәсәй конкурсында ҡатнаша

Ләйлә Аралбаева

Рәсәй Федерацияһының Мәғариф министрлығы 2024 йылдың 16-21 сентябрендә «Иң яҡшы туған тел һәм туған әҙәбиәт уҡытыусыһы» конкурсын үткәрә. Илдең 79 төбәгенән 112 педагог иң яҡшы туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы исеме өсөн көрәшә.

Конкурсты асыу тантанаһы 16 сентябрҙә Татарстандың баш ҡалаһы Ҡазанда уҙҙы.

Башҡортостан исеменән был конкурста Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылы урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы - 2024» төбәк-ара конкурсы еңеүсеһе Ибраһимова Азалия Вәрис ҡыҙы һәм Өфө ҡалаһының 18-се башҡорт балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе, «Уҡытыу туған телдә алып барылған мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы» республика һөнәри конкурсы еңеүсеһе Ишдәүләтова Әлиә Риза ҡыҙы ҡатнаша.  

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-09-16/pedagogi-rodnogo-yazyka-iz-bashkirii-uchastvuyut-v-rossiyskom-konkurse-3931403

 

 

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика