Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-15 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Сентябрь 2024, 16:43

Республикала махсус хәрби операция ветерандарына яңы ярҙам саралары тәҡдим ителде

2022 йылдан Башҡортостан спорт һәм физик культура өлкәһендә дәүләт социаль заказын уңышлы тормошҡа ашыра. Проект ярҙамында республикала физик культура һәм спорт өлкәһендә дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү сифаты, шулай уҡ спорт әҙерлеге яҡшырҙы. Был хаҡта бөгөн хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә спорт министры Руслан Хәбибов һөйләне.

Руслан Хәбибов социаль заказды артабан бойомға ашырыу өсөн ВЭБ.РФ һәм Алишер Усмановтың  «Сәнғәт, фән һәм спорт» хәйриә фонды менән берлектә һаулыҡ мөмкинлектәре сикле кешеләр өсөн «Социаль йоғонто» проектын башларға тигән тәҡдим индерҙе.

Шулай уҡ ул физкультура-һауыҡтырыу хеҙмәттәрен күрһәтеү өсөн социаль заказға махсус хәрби операция ветерандарын да индерергә кәрәклеген әйтте. Бынан тыш, 12 йәштән 16 йәшкә тилемге ҡатнашыусылар өсөн социаль заказда спорт төрҙәрен, шулай уҡ күнекмә этабында шөғөлләнеүселәр һанын өс тапҡырға арттырыу зарур.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡаршы килмәүен белдерҙе, ләкин киләһе оператив кәңәшмәлә «Ватанды һаҡлаусылар кубогы» мәсьәләһен һәм махсус хәрби операция ветерандары өсөн адаптив спорт төрҙәрен ҡарарға кәрәк тигән бурыс ҡуйҙы.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2024-09-16/v-bashkirii-predlozhili-novye-mery-podderzhki-veteranov-svo-3930607

Автор: Эдуард Ҡусҡарбәков
Читайте нас