Бөгөн Өфөлә «Рәхмәт-2024» акцияһының суперприздарын тапшырыу тантанаһы үтте.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 13 сентябрҙә БСТ телеканалында төп отош уйыны ойошторолдо. «Сәләм» тапшырыуының тура эфирында өс яңы фатир, автомобиль, дүрт квадроцикл, Сочиға юллама һәм республиканың ял базаһына тур уйнатылды.
Бәхетле билет хужаларын «Алға, патриот» ойошмаһы етәксеһе Ринат Хәбиров һәм Өфө ҡалаһы инвестиция-төҙөлөш комитетының генераль директоры Марат Вәсимов ҡотланы.
Бөтәһе бер миллиондан ашыу QR-билет теркәлгәйне, тип билдәләне Ринат Хәбиров.
– «Рәхмәт» акцияһы 2024 йылдың яҙынан башлап үткәрелә. Әле үтә мөһим этап үтте, – тине Ринат Хәбиров. – Кемдәр отмаған, төшөнкөлөккә бирелмәгеҙ. Иң мөһиме, ҡатнашыусыларҙың барыһы ла үҙҙәренең гражданлыҡ позицияһын күрһәтте. Ә икенсе юлы мотлаҡ уңыш йылмайыр!
Еңеүселәрҙең барыһына ла юридик ярҙам күрһәтелә, тип белдерҙе Марат Вәсимов.
Өфөнән яңы фатирҙы Шишмә районының Үрге утарынан Әхмәҙиевтар ғаиләһе алды. Ғаилә башлығы Ильвир әйтеүенсә, уға был турала акция ирекмәндәре шылтыратып хәбәр иткән.
Бөрө районынан Плоховтар ғаиләһенә лә уңыш йылмайған. Отошло билет —әсәһе Галинаныҡы, әммә уны ҡыҙы Марина Сидоркина теркәгән.
- Шылтыратып әйткәс, ышанманыҡ, әммә шунда уҡ билетты тикшерҙек. Шок булды. Дөрөҫөн әйткәндә, һаман ышанып етмәйбеҙ, — тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Марина Сидоркина.
Ә бына «Нива» автомобиле Октябрьский ҡалаһына юллана. Булат Сәфәров һөйләүенсә, ул ҡатыны менән күп сәйәхәт итергә ярата, айырыуса тыуған республикаһы буйлап. Ә отош тураһында ҡатынының тыуған көнөндә белгән.
«Рәхмәт-2024» акцияһы ярҙамында рәхәтләнеп ял да итергә була. Туймазынан Айһылыу һәм Ленар Ғарифйәновтар иһә ҡыҙҙары менән үҙҙәренә уңайлы ваҡытта Сочиға барып ҡайтырға мөмкин.
— Беҙ акция өсөн фатир биргән генераль партнерыбыҙға рәхмәт белдерәбеҙ. Барлыҡ райондарҙың эшҡыуарҙарына ла рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ. «Рәхмәт»тең тарихы тамамланмай — «Рәхмәт, Башҡортостан» һәм «Бөтә ғаилә менән алға» проекттары дауам итә. Бәйгелә ҡатнашығыҙ һәм еңегеҙ! — тине Ринат Хәбиров.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.