Уҙған төндә Башҡортостанда һаҙағай (төньяҡ балҡышы) күҙәтелде. Өфө, Әлшәй, Күгәрсен райондарында, шулай уҡ Бөрө һәм Нефтекама ҡалаларында йәшәүселәр социаль селтәрҙә һирәк осраған тәбиғәт күренешенең фотоһүрәттәре менән уртаҡлашты.
Бынан алдараҡ 13 сентябргә ҡарай төндә Ерҙә көслө магнит дауылы көтөлә, төньяҡта ғына була торған яҡты балҡышты — һаҙағайҙы күрергә мөмкин тип хәбәр иткәйнек.