Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
+1.16
91.98
+0.6
62.51
+0.52
-3 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Сентябрь 2024, 16:10

Башҡортостан Башлығы яугирҙәргә уларҙың ғаиләләре хаҡында хәстәрлек күрергә вәғәҙә бирҙе

Радий Хәбировтың телеграм-каналы
Фото: Радий Хәбировтың телеграм-каналы

Башҡортостан алғы һыҙыҡта йөрөгән яугирҙәрҙең ғаиләләре тураһында хәстәрлек күрергә тейеш, тип билдәләне Радий Хәбиров. Республика етәксеһе махсус хәрби операция биләмәһендә яҡташтарыбыҙ менән осрашты, уларҙың хеҙмәте менән ҡыҙыҡһынды, уларҙың үтенесен һорашты, пилотһыҙ осоу аппараттары операторҙарының эше менән танышты һәм Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальондың бронетөркөмөндә булды.

«Махсус хәрби операция биләмәһендәге ир-егеттәр менән аралашҡанда һәр саҡ төп һорауымды бирәм: ғаиләләре нисек, барыһы ла һәйбәтме? Был дөрөҫ. Яугирҙәр һуғыша, ә беҙ уларҙың туғандары, яҡындары хаҡында хәстәрлек күрергә тейешбеҙ. Ғәҙәттә, барыһы ла яҡшы, тип яуаплайҙар. Башҡалар иһә беҙҙән теге йә был мәсьәләне хәл итеүҙә ярҙам һорай. Ярҙам итербеҙ, республика Башлығы хакимиәте, хөкүмәт, «Ватанды һаҡлаусылар» фондының филиалы шуның өсөн эшләй»,—  тип яҙа Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

Башҡортостан Башлығы башҡорт яугирҙәренең ниндәй шарттарҙа илебеҙ Еңеүен яҡынайтыуын күрһәтеү өсөн фронттағы фотолар менән уртаҡлаша.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Радий Хәбиров эш сәфәре менән Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларында булды. Ул Башҡортостандың исемле батальондары һәм мобилизацияланған яугирҙәр менән осрашты.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2024-09-05/glava-bashkirii-poobeschal-boytsam-zabotitsya-ob-ih-semyah-3913090

Автор: Эдуард Ҡусҡарбәков
Читайте нас