08:19 (UTC+5), 04 Сентября 2024

Радий Хәбиров республикала һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһындағы ҡаҙаныштар тураһында хәбәр итте

Фото: Радий Хәбировтың телеграм-каналы
Ләйсән Закирова

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең телеграм-каналында республика һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһындағы ҡаҙаныштары менән уртаҡлашты. Республика командаһы ошо йылдар дауамында медицинаны халыҡҡа яҡынайтыу бурысы өҫтөндә эшләй, тип билдәләне ул. Башҡортостанда йәшәгән һәр кем лайыҡлы шарттарҙа белгестәрҙең квалификациялы ярҙамына, дөрөҫ һәм тиҙ диагностикаға иҫәп тота алһын өсөн.

Ҡаҙаныштар ҙа бар. Әйтәйек, 2021-2023 йылдарҙа республикала 17 һаулыҡ һаҡлау объекты төҙөлөп, файҙаланыуға тапшырылды. Быйыл Кушнаренко ауылында поликлиника төҙөлөшө тамамлана.

Өс йылда, 2021-2023 йылдарҙа, 66 һаулыҡ һаҡлау объектында капиталь ремонт эштәре башҡарылды. Ә киләһе йылда йәнә алты поликлиниканы сафҡа индереү планлаштырыла.

2023 йылдан Өфө поликлиникаларын модернизациялау программаһы ғәмәлгә ашырыла. Ремонтҡа 8 миллиард һум бүленгән. «Башинформ» яҙғанса, төҙөкләндерелгән тәүге медицина учреждениеларын октябрҙә асыу планлаштырыла.

2019 йылдан «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты буйынса 433 модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. 2024 йылдың аҙағына тиклем –  135, 2025 йылға тағы 134 конструкция төҙөү күҙаллана.

Шулай уҡ «Һанлы фельдшер-акушерлыҡ пункты» проекты бойомға ашырыла. Ул илдә иң яҡшыларҙың береһе тип танылды. Бөгөн медпункттарҙың 97,3 процентында интернет бар, уның ярҙамында телемедицина консультациялары үткәрергә, ЭКГ һөҙөмтәһен ебәрергә , электрон эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын һәм электрон рецептар яҙып бирергә мөмкин.

2021 йылдан медицина учреждениеларына 558 берәмек автотранспорт һәм 13 908 берәмек медицина ҡорамалы һатып алынды.

«Халыҡтың һаулығы һәр саҡ беренсе урында тора. Һәр ваҡыт шулай булыр», – тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-09-04/radiy-habirov-soobschil-o-dostizheniyah-v-pervichnom-zvene-zdravoohraneniya-v-bashkirii-3910564

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика