Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.19
+0.39
90.79
+0.05
62.51
+0.52
-10 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Сентябрь 2024, 16:03

Өфөнөң яңыртылған тәүге поликлиникалары октябрҙә асыла

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы
Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

Өфөлә һаулыҡ һаҡлау учреждениеларын модернизациялау төбәк программаһы буйынса яңыртылған поликлиникалар октябрҙә асыла. Был хаҡта Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә әйтте.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, төбәк программаһы 2023 йылда башланды. Ул 6 йылға иҫәпләнгән, финанслауҙың дөйөм күләме — 8 миллиард һум.

Яңыртыу эштәрҙең тулы циклын: ремонтты һәм техник йыһазландырыуҙы күҙ уңында тота. Өфөлә дауаханаларҙы һәм поликлиникаларҙы яңы медицина ҡорамалдары менән йыһазландырыу, шул иҫәптән ауыр техниканы алмаштырыу планлаштырыла. Шулай уҡ серверҙар, автоматлаштырылған эш урындары һәм заманса мебель менән йыһазландырыу планы бар.

Капиталь ремонт республиканың барлыҡ балалар һәм өлкәндәр поликлиникалары өсөн әҙерләнгән берҙәм дизайн-проект буйынса үткәрелә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-09-03/pervye-obnovlennye-polikliniki-ufy-otkroyutsya-v-oktyabre-3909450

Автор: Ләйсән Закирова
Читайте нас