Башҡортостандың мәғариф министры уҡыусыларҙы һәм студенттарҙы, уҡытыусыларҙы һәм ата-әсәләрҙе яңы уҡыу йылы башланыуы менән ҡотланы.
«Һеҙҙе яңы уҡыу йылының башланыуы һәм Белем көнө менән ихлас ҡотлайым! Был көн яңы башланғыстарҙы, ынтылыштарҙы һәм асыштарҙы символлаштыра. Беренсе көн һәр саҡ шатлыҡ һәм тулҡынланыу хистәре менән тулы, сөнки тап ошо көндө белем донъяһына мауыҡтырғыс сәйәхәт башлана», – тип яҙа Илдар Мәүлитбирҙин.
Министр уҡытыусыларға бөтмәҫ көс-илһам һәм түҙемлек теләне. Уҡытыусылар – бала саҡты оло тормош менән тоташтырған тәүге күпер, сөнки улар характерҙы формалаштыра, әхлаҡи һәм этик принциптарға нигеҙ һала.
«Илебеҙҙең, һәр ғаиләнең, донъяның киләсәге – һеҙҙең ҡулда», – тип билдәләне мәғариф министры.
Илдар Мәүлитбирҙин ата-әсәләргә белем биреү процесында ҡатнашыуы өсөн рәхмәт белдерҙе һәм бының бик мөһим булыуын билдәләне.
«Ҡәҙерле балалар, һеҙҙең һәр берегеҙ – Тыуған илебеҙҙең киләсәге. Шуны онотмағыҙ: белем – ул көс, ә көс – ул яуаплылыҡ. Ҡыҙыҡһынып уҡығыҙ, яңылыҡҡа ынтылығыҙ, хаталарҙан ҡурҡмағыҙ – улар һеҙҙе көслөрәк итә. Мәктәп һеҙҙең өсөн белем алыуҙан тыш, дуҫлашыу, хыялланыу һәм маҡсатҡа ирешеү өсөн икенсе йортҡа әүерелһен. Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, бөтмәҫ дәрт, ныҡышмалылыҡ һәм үҙегеҙгә ышаныс теләйем. Быйылғы уҡыу йылы шәп мөмкинлектәр һәм ҙур уңыштар осоро булһын!», – тип яҙа мәғариф министры.