1 сентябрҙә Совет майҙанында студенттар өсөн Белем көнөнә арналған ҙур концерт була. Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы «Йырла, бейе, студент!» шоу-программаһын тәҡдим итә.
Концертта төрлө йылдарҙағы сағыу хиттар, студенттар күңеленә хуш килгән заманса композициялар һәм йырҙар яңғырай. Тамашасылар интерактив уйындарҙа ҡатнашырға мөмкин. Сара киске сәғәт 6-ла башлана һәм дискотека менән тамамлана, тип хәбәр иттеләр филармонияның матбуғат хеҙмәтенән.
— Беҙҙең шоуҙың маҡсаты — йәштәрҙе музыка мәҙәниәтенә йәлеп итеү, — тине Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, Башҡорт филармонияһы эстрадаһының художество етәксеһе Илнур Хәйруллин. —Музыка мәҙәниәтте һәм телде популярлаштырыуҙа көслө ҡорал булып тора, уның аша беҙ йәш быуында рухи-әхлаҡи ҡиммәттәр тәрбиәләй алабыҙ. Заманса эшкәртеүҙәге элекке йырҙар йәш меломандар араһында бик популяр. Шуға ла концерт программаһы студенттарҙы ҡыҙыҡһындырыуға йүнәлтелгән.
Беренсе курс студенттары өсөн сәхнәлә йәштәрҙең яратҡан артистары Тимур Рамазанов, Айтуған Ғәйзуллин, Зөлхизә Илбәкова, Радмир Исмәғилев (Rody Dillon) һәм «Әйе» төркөмө сығыш яһай. Шулай уҡ Заһир Иҫәнсурин, Искәндәр Ғәзизов, Салауат Мөхәмәтйәров, Рөстәм Шаһыбалов, Фәриҙә Ғаззалованың заманса хиттарын тыңларға, йәш йырсылар Светлана Атанғолова һәм Гөлнур Мансурованың ижады менән танышырға мөмкин. Программала талантлы музыканттар Аурика Уршеева (саксофон), Венер Сәйфетдинов (ҡурай), Миңлеғәфүр Зәйнетдинов һәм Илнур Хәйруллин (мультиинструменталистар) ҡатнаша. Режиссерҙар — Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Франгизә Илбәкова һәм Дилбәр Фәйзиева. Алып барыусылар Эльмира Юлдашева һәм Зилиә Сәйфуллина сессияны уңышлы тапшырыу серҙәре менән уртаҡлашырға әҙерләнә.
6+
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 125 йыл тулған көндә Совет майҙанында «Геройҙар дәүере» III Бөтә Рәсәй патриотик йырҙар конкурсы тамамланды. Ике көн барған конкурсты 30 меңдән ашыу тамашасы ҡараны.
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.
18+ запрещено для детей.