

Өфөнөң 450 йыллығы айҡанлы Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә яңы «ваҡыт капсулаһы» әҙерләнде. Калинин районы хакимиәте башлығы Ғәзизйән Әхмәтйәнов социаль селтәрҙә хәбәр итеүенсә, был — КБ-4, баш механик идаралығы, ИЦП, ремонт цехы эшселәренең, шулай уҡ Авиация технологиялары технопаркы белгестәренең уртаҡ хеҙмәте.
Капсуланың бейеклеге — 130 сантиметр, диаметры — 60 см, ауырлығы иһә 130 килограмм. Ул тутыҡмай торған ҡоростан яһалған.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 31 августа Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейы хөрмәтенә киләсәк быуындарға «Ваҡыт капсулаһы»н һалыу тантанаһы була. Ә уның өҫкө яғына бәләкәй күсермәһе ҡуйыла. Капсуланы 50 йылдан һуң, баш ҡалабыҙҙың 500 йылллығында асырға тейештәр.
Тантана Ағиҙел йылғаһы буйында «Өфө — хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стелаһы янында көндөҙгө сәғәт 12-лә башлана.
6+
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.
18+ запрещено для детей.