Бөгөн, 28 августа, Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «БРИКС плюс» форматында VI Йәш дипломаттар форумында ҡатнашыусылар менән осрашты. Унда 30 илдән 110-дан ашыу вәкил ҡатнаша. Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының Йәш дипломаттар советы рәйесе Константин Колпаков әйтеүенсә, улар иҫәбендә 2023 йылда берекмәгә ҡушылған дәүләттәр ҙә бар.
«Күреүегеҙсә, был көндәрҙә беҙ ҡаланың 450 йыллығын билдәләйбеҙ. Беҙҙең Өфө – бай тарихы һәм күп милләтле мәҙәниәте булған заманса, матур, йәшел ҡала. Бында традицияларҙы хөрмәт итәләр. Шул уҡ ваҡытта Өфө – йәштәр, студенттар ҡалаһы. Бында һеҙҙең кеүек бик күп йәштәр йәшәй, уҡый һәм эшләй. Шул иҫәптән «Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр» йүнәлеше буйынса ла. Был форумдың юбилей көндәренә тура килеүенә бик шатбыҙ, һеҙ ҙә беҙҙең байрамда ҡатнаша алаһығыҙ. Беҙҙең өсөн был оло хөрмәт.
Бөгөн БРИКС-тың дәүләт-ара берләшмәһе илдәре яңы ғәҙел донъя тәртибен булдырыуҙа төп ролен йылдан-йыл көсәйтә. Һеҙгә, йәш дипломаттар быуынына, дәүләттәрегеҙҙең тышҡы сәйәси курсын тормошҡа ашырыу өсөн тағы ла күберәк яуаплылыҡ алыу бурысы тора.
Һеҙҙең фекер алышыуҙар, эксперт баһалары һәм конструктив тәҡдимдәр, һис шикһеҙ, халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте нығытыуға, яңы һөнәри бәйләнештәр булдырыуға, берлектә мөһим ҡарарҙар ҡабул итеүгә булышлыҡ итер», – тине Радий Хәбиров.
Форумды Башҡортостанда – быуаттар буйына төрлө мәҙәниәттәр киҫелеше, көнсығыш һәм көнбайыш цивилизациялары диалогы булып торған төбәктә үткәреү символик мәғәнәгә эйә, тип билдәләне республика етәксеһе.
«Яҡшы күршеләр һәм бер-береңде ихтирам итеү, шулай уҡ тыңлай белеү быуаттар буйына бында дуҫ һәм татыу йәшәгән төрки, славян, фин-уғыр халыҡтарының мәҙәни кодына индерелгән. Ата-бабаларҙан мираҫ булып ҡалған ошо дуҫлыҡ – беҙҙең төп байлығыбыҙ.
Бөгөн республикабыҙ Рәсәйҙең тулайым эске продуктының яртыһынан ашыуын формалаштырған тәүге ун төбәге иҫәбенә инә. Үҫешкән сәнәғәт, бай тәбиғәт ресурстары, финанс һалыуҙар иҡтисадыбыҙҙы нығытырға, социаль программаларҙы уңышлы ғәмәлгә ашырырға ярҙам итә.
Форум халыҡтар араһындағы дуҫлыҡты нығытыуға мөһим өлөш индерер тигән ышаныстамын. Уның бай йөкмәткеле программаһы баш ҡалабыҙҙы, Башҡортостандың бай мәҙәни-тарихи мираҫын лайыҡлы баһаларға мөмкинлек бирер тип уйлайым», – тине Радий Хәбиров.
Белешмә
27 августан 31-енә тиклем Өфөлә «БРИКС плюс» форматында VI Йәш дипломаттар форумы уҙғарыла.
Форумдың темаһы: «Ғәҙел глобаль үҫеш һәм именлек өсөн күп яҡлылыҡты нығытыуҙа йәштәр дипломатияһының роле».
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.
18+ запрещено для детей.