31 августа, Өфөнөң 450 йыллығын билдәләгән көндө, киләсәк быуын өсөн «Ваҡыт капсулаһы» һалына. Уны, план буйынса, ярты быуат үткәс асырға тейештәр. Сара «Өфө – хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стелаһы янында була. Шуға бәйле бында автотранспорт хәрәкәте сикләнә.
Иртәнге сәғәт 7-нән көндөҙгө 1-гә тиклем Яр буйы урамында, Сочи урамынан Ағиҙел күперенә тиклем, хәрәкәт ябыла, тип хәбәр итә Өфө хакимиәте.
Әле стела янындағы территорияны әҙерләү эштәре бара, тип яҙа Өфө мэры Ратмир Мәүлиев социаль селтәрҙә. Был урынды тағы ла күркәмерәк һәм йәмлерәк итеү өсөн ағастар, ҡыуаҡтар һәм күп йыллыҡ сәскәләр ултыртыла.