Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-18 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Август 2024, 14:35

Ерҙә йәнә магнит дауылы ҡотора

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы
Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

«Метеовести» телеграм-каналы хәбәр итеүенсә, бөгөн төнгө сәғәт өстән һуң Ерҙә G2 класлы уртаса магнит дауылы башланған. Магнит дауылы оҙаҡҡа бармаҫ тип фаразлайҙар.

Шуға ҡарамаҫтан, ул кешенең һаулығына һәм кәйефенә ныҡ тәьҫир итергә мөмкин. Тәү сиратта магнит дауылы йөрәк ауырыуы, артериаль гипертония менән яфаланыусылар өсөн хәүеф тыуҙыра. Бындай осорҙа йышыраҡ хроник сирҙәрҙең киҫкенләшеүе күҙәтелә.

Бынан алдараҡ «Башинформ» алдағы көндәргә һауа торошо тураһында хәбәр иткәйне. 

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-08-28/na-zemle-vnov-bushuet-magnitnaya-burya-3901915

Автор: Ләйсән Закирова
Читайте нас