Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-19 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Август 2024, 12:55

Белоретта айыу балалары шәхси йорт ихатаһында йөрөгән

Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы архивы
Фото: Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы архивы

Башҡортостанда шәхси йорт ихатаһында айыу балалары йөрөгән. Белорет районының Уҫманғәле ауылында хужа тайыштабандарҙы видеоға төшөрөп өлгөргән, тип хәбәр итә «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы.

Видеояҙма авторы юғалып ҡалмаған, айыу кеүек үкереп, йыртҡыс йәнлектәрҙе ҡурҡытҡан. Улар бындайҙы көтмәгән, күрәһең, шунда уҡ ҡасыу яғын ҡараған.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-08-28/v-bashkirii-medvezhata-razgulivali-vo-dvore-chastnogo-doma-v-sele-3901200

Видео: Башҡортостан дәүләт телерадикомпанияһы
Автор: Әлфиә Әһлиуллина
Читайте нас