

Башҡортостанда 6, 7 һәм 8 сентябрҙә республика етәксеһен һайлау уҙғарыла. Был көндәрҙә «Рәхмәт-2024» акцияһы барышында ҡиммәтле бүләктәр уйнатыла.
6, 7 һәм 8 сентябрҙә һайлау участкаларына килгән һәр кем бүләктәр уйнатыуҙа ҡатнашыу өсөн QR-билеттар алырға мөмкин.
Ғаиләнең һәр ағзаһына, шул иҫәптән балаларға QR-билет бирелә, шундағы 8 символдан торған уникаль кодты рахмат102.рф сайтында теркәргә кәрәк.
Акцияның бүләк фонды хайран ҡалдыра: ҡатнашыусылар 330-ҙан ашыу ҡиммәтле бүләк отоу мөмкинлегенә эйә. Был исемлектә квадроциклдар, мотоцикл, һыу мотоциклы, велосипедтар, электр самокаттары, шулай уҡ көнкүреш һәм офис техникаһы – телевизорҙар, ноутбуктар, планшеттар, телефондар һәм робот саң һурҙырғыстар бар.
Быйыл көҙ ҡиммәтле бүләктәр көнөнә ике тапҡыр уйнатыла. 6 сентябрҙә – көндөҙгө сәғәт 2-лә һәм киске 8-ҙә, 7 сентябрҙә – көндөҙгө 2-лә һәм киске 8-ҙә, 8 сентябрҙә иһә көндөҙгө 2-лә.
Йәкшәмбе, 8 сентябрҙә, тәүге тапҡыр «Бүләктәр төнө» ойошторола, унда бер юлы 130-ҙан ашыу бүләк уйнатыла.
Һөҙөмтәләр рахмат102.рф сайтында баҫыла. Бүләк алыу хоҡуғын юғалтмаҫ өсөн, QR-билеттарҙы 30 сентябргә тиклем һаҡларға кәрәк.
13 сентябрҙә барлыҡ теркәлгән билеттар Башҡортостан юлдаш телевидениеһының тура эфирында «Ҙур Рәхмәт» суперприздар уйнатыуҙа ҡатнаша. Бүләктәр араһында – машиналар, тотош ғаилә менән Сочиға сәйәхәт, Башҡортостан шифаханаларына һәм ял йорттарына юлламалар. Проекттың төп партнеры – «Өфө ҡалаһының инвестиция-төҙөлөш комитеты»нан Өфөлә өс фатир уйнатыла.
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.
18+ запрещено для детей.