

Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһе барышында Радий Хәбиров республика эшҡыуарҙарының махсус хәрби операцияға әүҙем ярҙам итеүе тураһында әйтте.
«Күп кенә эшҡыуарҙар махсус хәрби операцияға ярҙам күрһәтә. Кем автомобиль ебәрә, кемдер аҡсалата. Халыҡ, хакимиәт башлыҡтары уларҙы дәртләндереү тәҡдиме менән сыҡты. Быны системалы хәл итергә кәрәк», – тине Башҡортостан Башлығы.
Радий Хәбиров илһөйәр эшҡыуарҙарҙы дәртләндереү формаларын әҙерләргә тәҡдим итте, уларҙың дәүләт наградаларына лайыҡ булыуын әйтте. Бына шундай кешеләргә таянырға кәрәк, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы.
Бынан алдараҡ «Башинформ» Башҡортостандың яугирҙәргә һәм Донбасс халҡына гуманитар йөктө алып барып етекереүҙәрен хәбәр иткәйне.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.