

Башҡортостанда 2024 йылдың 1 ғинуарынан 25 авгусына тиклем донъяға килгән сабыйҙарҙың һирәк осраған һәм популяр исемдәрен атанылар. Исемлек ЗАГС реестрының мәғлүмәт-аналитика порталында баҫылған.
Ҡыҙҙар араһында һирәк осраған исемдәр: Айым, Фина, Катарина, Ева-Карнелия һәм Ань Зыонг. Ә малайҙар араһында — Тристан, Ариз, Федор, Мәжит, Мөхәммәтсафа.
Ата-әсәләр балаларына йышыраҡ Әминә (309), София (257), Эмилия (250), Йәсминә (243), Арина (245), Әмир (369), Тимур (256), Эмир (238), Марк (252), Артем (245) тип ҡушҡан.
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.
18+ запрещено для детей.