Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-2 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Август 2024, 11:49

Башҡортостанда БПЛА-нан һәм атыу тауыштарынан ҡурҡмаҫҡа саҡыралар

Ксения Калинина
Фото: Ксения Калинина

Башҡортостандың Шишмә районында терактҡа юл ҡуймау йәһәтенән тактик күнекмәләр ойошторола. Диверсия-террорсылар төркөмөн юҡ итеү буйынса эштәр Алкин-2 һәм Арыҫлан ауылдары янында уҙғарыла. Был хаҡта «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына Рәсәй Федераль именлек хеҙмәте республика идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

Күнекмә ваҡытында авиация, ауыр бронялы техника, пилотһыҙ осоу аппараттары йәлеп ителә, башҡа махсус саралар файҙаланыла. Ведомство республика халҡын тыныс булырға һәм рәсми мәғлүмәт сығанаҡтарына ғына ышанырға саҡыра.

Күнекмә 22-23 августа ойошторола.

Бынан алдараҡ сәнәғәт предприятиеһының етештереү майҙансығы биләмәһендә террор актына юл ҡуймау буйынса күнекмәләр үткәрелде, тип хәбәр иткәйне «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-08-21/zhiteley-bashkirii-poprosili-ne-pugatsya-bpla-i-zvukov-vystrelov-3893531

Автор: Эдуард Ҡусҡарбәков
Читайте нас