Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+17 °С
06:41 (UTC+5), 20 Августа 2024

Өфөләрҙән башҡорт телендә хаталы яҙылған алтаҡталарҙы табыуҙа ярҙам итеүҙәрен һорайҙар

Фото: Урал Килсенбаев, vk.com
Ләйсән Закирова

Өфөлә ҡаланың 450 йыллығына әҙерлек әүҙем бара. Урамдарҙы төҙөкләндереү һәм яңы объекттар төҙөүҙән тыш, туҡталыштар һәм алтаҡталар яңыртыла. Баш ҡалала йәшәүселәрҙән башҡортса  хаталы яҙылған алтаҡталарҙы табыуҙа ярҙам итеүҙәрен һорайҙар. Был хаҡта социаль селтәрҙә республика хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев хәбәр итте.

«27 авгусҡа тиклем алтаҡталарҙы дөрөҫ яҙыу аҙналығы тип иғлан итәйек. Кем алтаҡталарҙа, йә икенсе урындарҙа хаталар таба, хәбәр итегеҙ. Тик күргән хаталы яҙманың фотоһын һәм адресын онотмағыҙ!», – тип яҙа ул.

Комментарийҙарҙы Урал Килсенбаевтың «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге рәсми сәхифәһендә йәки Өфө райондары башлыҡтарының сәхифәһендә ҡалдырырға мөмкин.

Бынан алдараҡ «Башинформ» ҡаланың 450 йыллығына Дуҫлыҡ монументында Рәсәй һәм Башҡортостан флагы төҫтәрендә яңы яҡтыртҡыс барлыҡҡа килеүе тураһында яҙғайны.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-08-20/zhiteley-ufy-prosyat-pomoch-nayti-oshibki-v-vyveskah-na-bashkirskom-yazyke-3892341

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика