Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-20 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Август 2024, 09:51

Өфөлә махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙең яңы тыуған ҡыҙын бала табыу йортонан ҡаршы алдылар

Гөлнур Ҡолһаринаның социаль селтәрҙәре
Фото: Гөлнур Ҡолһаринаның социаль селтәрҙәре

Өфөлә «Ватанды һаҡлаусылар» төбәк фонды хеҙмәткәрҙәре махсус хәрби операцияла ғүмере өҙөлгән яугирҙең яңы тыуған ҡыҙын бала табыу йортонан ҡаршы алды. Фонд етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙыуынса, Карина исемле сабый 14 августа республика перинаталь үҙәгендә донъяға килгән. Ә кисә әсә менән ҡыҙсыҡ өйөнә ҡайтты. Үкенескә күрә, баланың атаһы быйыл февраль айында махсус операцияла батырҙарса һәләк булған.

«Беҙ шунда уҡ ғаиләне ҡурсауға алдыҡ. Уларға федераль һәм төбәк ярҙам саралары тулы күләмдә күрһәтелә. «Ватанды һаҡлаусылар» фондының Башҡортостан филиалы командаһы геройыбыҙҙың ғаиләһенә һәм ата-әсәләренә һәр саҡ ярҙам итергә әҙер», – тип билдәләне Гөлнур Ҡолһарина.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ил президенты 2023 йылдың апрелендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт ярҙам фондын булдырыу тураһындағы указға ҡул ҡуйғайны. 2023 йылдың 1 июнендә Өфөлә «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының төбәк филиалы үҙ эшен башланы.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2024-08-19/v-ufe-vstretili-iz-roddoma-novorozhdennuyu-dochku-pogibshego-uchastnika-svo-3890415

Автор: Ләйсән Закирова
Читайте нас